31 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
31 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 304-се көнө (кәбисә йылында 305-се). Йыл аҙағына тиклем 61 көн ҡала.
| ← октябрь → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
| 1 | 2 | 3 | 4 | |||
| 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
| 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
| 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
| 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Һаҡсыллыҡ көнө.
- Бөтә донъя ҡалалар көнө
- Ҡара диңгеҙ көнө.
Ер: Телмәрҙе һаңғырауҙарға аңлатыусы сурдотәржемәселәр көнө.
- Хоккей ҡапҡасыһы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Тикшереү изоляторы һәм төрмә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Гимнастика көнө (октябрҙең һуңғы шәмбеһе).
- 1864 йыл: Невада АҠШ-ҡа 36-сы штат булып ҡабул ителә.
- 1892 йыл: Артур Конан Дойл «Шерлок Холмс мажаралары» әҫәрен баҫтыра.
тулы исемлек
- 1970 йыл: Еҙем-Ҡаран ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович (1830—17.01.1904), Рәсәй империяһының тарихсы-шәрҡиәтсеһе. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы В. А. Перовский ҡарамағындағы махсус эштәр буйынса чиновник. Санкт Петербург Фәндәр академияһы академигы (1861) һәм почётлы ағзаһы (1890), төрөк-татар телдәре докторы (1866). Действительный тайный советник (1902). Дворяндарҙан. Башҡорттарҙың телен, этнографияһын һәм тарихын өйрәнеүсе, Хөсәйенбәк кәшәнәһен тасуирлаусы.
- Карманов Юрий Михайлович (1945), театр актёры. 1967—1970 һәм 1979—1989 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры; 1998 йылдан Өфөләге «Маска» Йәш тамашасы театры директоры. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тенбекова Валентина Степановна (1955), ғалим-табип-гинеколог. Өфө ҡалаһының 8-се клиник дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Казаков Дмитрий Валерьевич (1970) ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, 2012—2014 йылдарҙа Нефтехимия һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре. 2000—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Йәш ғалимдар советы рәйесе. Химия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙин Әфтәх (1947), шағир, журналист. 1979—2007 йылдарҙа «Пионер» (1991 йылдан — «Аманат») журналы хеҙмәткәре. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың Яҙыусылар сюздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ильясова Әлфиә Сәлим ҡыҙы (1952), шәфҡәт туташы. Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының элекке өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Вәлиев Сәғит Сабит улы (1957), ғалим-инженер‑электромеханик, 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан — информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007).
- Ҡылысов Ирнис Әшрәф улы (1957), музыкант. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылынан.
- Иҫәнгилдин Флүр Әшрәф улы (1977—13.05.2000), Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Батырлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чекранов Юрий Андреевич (1943—16.12.2021), спортсы. 1963—1969 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, 1978—1980 йылдарҙа «Башҡортостан» командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1968). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионы (1963), команда ярыштарында СССР чемпионы (1964, 1967—1969), донъя (1964, 1966) һәм СССР (1963) чемпионаттарының көмөш призёры, СССР кубогының бронза призёры (1969); боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа СССР (1966) һәм РСФСР (1968, 1973) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы (1949), ғалим-эколог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор. (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының 1986 йылда рәсми бөтөрөлгән Берёзовый Лог ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1815 йыл: Карл Вейерштрасс, Германия математигы.
- 1835 йыл: Адольф фон Байер, Германия химигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1892 йыл: Александр Алехин, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе шахматсыһы, донъяның 4-се чемпионы.
- 1920 йыл: Анатолий Папанов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1953 йыл: Александр Новиков, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 1981 йыл: Александр Грищук, Рәсәй шахматсыһы, гроссмейстер, ил һәм донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013).
- 1905 йыл: Николай Бауман, большевиктар партияһы эшмәкәре.
- 1925 йыл: Михаил Фрунзе, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осорондағы хәрби эшмәкәр.
тулы исемлек
- 1939 йыл: Отто Ранк, Австрия психологы.
- 1983 йыл: Шәрәф Рәшидов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974, 1977).
- 1993 йыл: Федерико Феллини, Италия кинорежиссёры, биш тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы.