Эстәлеккә күсергә

Территория

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Территория (Биләмә) (лат. territorium) — билдәле бер дәүләткә, кешегә йәки хайуанға ҡараған йә улар менән бәйле булған ҡоро ер, диңгеҙ һәм йыһан (космос) майҙаны.

Административ берәмек булараҡ, күпселек илдәрҙә биләмә — илдең үҙенә ҡараған. Әммә рәсми рәүештә уның «штат», «провинция» йәки «регион» кеүек төп сәйәси өлөштәренә инмәгән айырым бер өлкәһе булып тора.[1]

Биләмәләрҙең төрлө түбәндәгеләр инә:

  • Баш ҡала биләмәһе — илдең төп хөкүмәте урынлашҡан махсус ер майҙаны. Федератив дәүләттәрҙә баш ҡала бер ниндәй ҙә штатҡа йәки өлкәгә буйһонмай, айырым статусҡа эйә була, шуға күрә башҡа төбәктәр араһында тигеҙлек һаҡлана. Бындай урын федераль округтың бер төрө булып тора.
  • Бәйле биләмә — үҙ аллы суверенлы дәүләт булмаған, әммә башҡа бер илгә буйһонған һәм уның төп ерҙәренән ситтә урынлашҡан биләмә.[2]
  • Бәхәсле биләмә — ике йәки унан күберәк дәүләт үҙ-ара бүлешә алмаған йәки һәр береһе үҙенеке тип һанаған ер майҙаны.
  • Федераль биләмә — Федерация составында үҙәк йәки милли хөкүмәттең туранан - тура һәм ғәҙәттә эксклюзив юрисдикцияһында булған майҙан. Мәҫәлән: Ҡоролтайҙан торған Башҡортостан республикаһы.
  • Диңгеҙ арты биләмәһе — идара итеүсе дәүләттең төп өлөшөнән Океан аша айырылып ятҡан географик төбәк йәки бәйле биләмә.
  • Диңгеҙ биләмәһе — илдең ҡоро ер сиктәренә йәнәш ятҡан һәм уның тулы контроле аҫтында булған һыу майҙаны (территориаль һыуҙар).
  • Оккупацияланған биләмә — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан тулыһынса танылмаған, сит илдең хәрби контроле аҫтында булған төбәк.
  • Ойошторолмаған биләмә — ғәҙәти хөкүмәт системаһы булмаған ер майҙаны. Буш ер түгел, әммә ғәмәлдә бындай биләмәләрҙә халыҡ бик һирәк йәшәй.
  1. ↑ territory (ингл.). Cambridge University Press (Cambridge Advanced Learner's Dictionary). Дата обращения: 23 сентябрь 2019.
  2. ↑ Dependency | Economic Development, Globalization & Trade | Britannica (ингл.). Encyclopaedia Britannica. Дата обращения: 9 июль 2025.